вторник, 26 июля 2016 г.

Брюсселдән: “Брексит”тан һуң, Британияның киләсәге ҡатын-ҡыҙҙар ҡулында.


Британияның Евроберләшмәнән сығыуы хаҡындағы референдумға бер айҙан саҡ ҡына күберәк ваҡыт үтте, ә короллек яҙмышының һәм ЕС-тың ҡалған 27 ағзаһы менән мөнәсәбәттәренең нисек буласағын аныҡ ҡына күҙ алдына килтерә алмай.

Бер яҡтан, Шотландияның беренсе министры Никола Стерджен бойондороҡһоҙ Шотландия күләгәһен йәнләндермәксе. Шотландтар бит Европа проектында ҡалыу өсөн тауыш бирҙе.

Икенсе яҡтан, Британияның яңы премьер-министры Тереза Мэй британлыларҙы тынысландырырға тырыша. Кисә ул “брексит”ҡа ҡаршы булған Төньяҡ Ирландияла булды.

Төркиәлә түңкәрелеш яһарға маташыуҙан һуң 10 көн үткәс, Евроберләшмә һәм Анкара бер-береһенә ғәйеп ташлай, киҫәтеүҙәр яһай. Европалылар төрөк президенты үткәргән репрессияларҙың киң ҡолас йәйеүе өсөн борсола, илдең ҡаты авторитаризм һаҙлығына батыуынан шөрләй. Еврокомиссия башлығы Жан-Клод Юнкер шуны киҫәтеп ҡуйҙы: Төркиәнең ЕС-ҡа инеү перспективаһы ҡыл өҫтөндә тора.


Краков хәҙер йәш католиктарҙың баш ҡалаһына әүерелде. Йәкшәмбегә ҡәҙәр Польшаның был ҡалаһында Бөтә донъя йәштәр көнө үтәсәк. 16-35 йәшлек ике миллион самаһы католик унда ҡатнашыр тип өмөт итәләр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий