вторник, 26 июля 2016 г.

Төркиә: милли берҙәмлек сараһы булараҡ ҡулға алыуҙар һәм эштән бушатыуҙар.


42 журналисты ҡулға алғандан һуң, Төркиәлә хәрби түңкәрелеш менән бәйле ҡулға алыуҙар һәм эштән бушатыуҙар дауам итә. “Төрөк авиалиниялары” милли авиакомпанияһының 200-ҙән ашыу хеҙмәткәре баш күтәреүселәргә булышыуҙары өсөн яза сифатында эштән ебәрелгән.

Төркиәлә йәмғеһе 13.100-ҙән ашыу кеше ҡулға алынған, шуларҙың 6.000 самаһы төрлө сроктарға хөкөм ителгән дә инде. 60 000 самаһы төрөк эштән бушатыуҙарға һәм ҡулға алыуҙарға дусар булған. Amnesty International хоҡуҡ һаҡлаусылары хәбәр итеүенсә, илдә ҡулға алынғандарҙың хоҡуҡтары боҙола:

Беҙгә мыҫҡыл итеүҙәр, янауҙарҙан алып, бер нисә көн ас тотоу, хатта һыу ҙа бирмәү кеүек аяуһыҙ мөнәсәбәттәр хаҡында һөйләнеләр,-ти Amnesty International хеҙмәткәре Эндрю Гарднер.-Кешеләрҙе бик күп сәғәттәр буйына уңайһыҙ килеш, мәҫәлән, тубыҡланған килеш, торорға мәжбүр иткәндәр. Ҡайһы берәүҙәрҙең ҡулдарын артҡа ҡайырып бығаулағандар, эш туҡмауҙарға ҡәҙәр барып еткән, етди осраҡтарҙа һаҡ аҫтындағыларҙы хатта көсләгәндәр.”

Төркиә президенты Рәжәп Тайип Эрдоган, түңкәрлеш өсөн АҠШ-та йәшәгән оппозициялағы сәйәсмән Фәтхуллаһ Гюлен яуаплы, тип иҫәпләй. Төркиәлә хөкүмәт яҡлы күп гәзиттәр, түңкәрелеш Үҙәк разведка идаралығы (ЦРУ) ярҙамында планлаштырылған тип яҙып сыҡты.

Баш күтәреүселәргә ҡаршы көрәшеүселәргә теләктәшлек белдереп, Эрдоган Анкарала милләтселәр башлығы Дәүләт Бахчели һәм Республика халыҡ фирҡәһе башлығы Кемаль Ҡылыстар улы менән осрашты.



Комментариев нет:

Отправить комментарий