Испанияла,
Зика вирусы арҡаһында, микроцефалия
менән тәүге бала тыуған. Бәпәйҙең әсәһе
Зика вирусын Латин Америкаһы буйлап
сәйәхәт иткәндә йоҡторған. Испанияның
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре
буйынса, июль уртаһында Зика вирусын
йоҡторған 180 кеше теркәлгән, уларҙың
24-е - ауырлы ҡатындар.
Барселонаның
Валь-де-Хеврон хәстәханаһының яңы
тыуған балалар бүлеге башлығы Феликс
Кастильо әйтеүенсә, малайҙың хәле
тотороҡло.
Уҙған
аҙнала Зика вирусы барлыҡҡа килтергән
микроцефалия менән Нью-Йоркта ла бер
бала тыуған. Британияның Ланкастер
университетының тикшеренеүҙәре буйынса,
яҡын арала бындай патология менән тиҫтәләрсә бала донъяға килеүе
ихтимал.
Ошо
йылдың 1 февралендә Бөтә донъя һаулыҡ
һаҡлау ойошмаһы Көньяҡ һәм Төньяҡ
Америкала Зика вирусының таларыуын
халыҡ-ара масштабтағы ғәҙәттән тыш хәл
тип таныны.
Зика
биҙгәге тәүге тапҡыр 1947 йылда Угандала
күренгәйне.
Комментариев нет:
Отправить комментарий