Сүриәлә
балалар табыу йортона атҡандар.
Хәстәханаға авиаһөжүм ваҡытында, кәм
тигәндә 2 кеше һәләк булған. Бала табыу
йорто Идлиб провинцияһында урынлашҡан
һәм халыҡ-ара Save the Children ойошмаһы патронажы
аҫтында булған. Уның вәкилдәре әйтеүенсә,
бындай хәл уларҙың учреждениеларында
тәүге тапҡыр.
Абдулкәрим
Экзайез, Save the Children ойошмаһы координаторы:
“Партнерҙарыбыҙ
һөйләүенсә, госпиталь булған ҡалаға 7
һөжүм яһалған: өсәүһе хәстәхана тирәһенә,
ә берәүһе инеү юлына. Һөҙөмтәлә
ҡатындарының бала табыуын көткән ике
ир үлгән.”
Лондондағы
Сүриәнең кеше хоҡуҡтары обсерваторияһында
белдереүҙәренсә, һөжүм ҡатынын бала
табыу йортона алып килгән боевикка
төбәп яһалған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий