пятница, 1 июля 2016 г.

Полиэтилен пакеттар тарихтың сүп-сар кәрзиненә оҙатыла.


Францияла полиэтилен пакеттар тыйылды.
1 июлдән Францияла полиэтилен пакеттарҙы ҡулланыу тыйыла. Был сара супермаркеттарға, аптекаларға, икмәкханаларға, заправкалау станцияларына, шулай уҡ ябыҡ һәм асыҡ баҙарҙарға ҡағыла. Тыйыу ике этаптан тора: 1 июлдән тотҡалы бер тапҡыр ҡулланылыштағы (йоҡа) пакеттар, ә 2017 йылдың 1 ғинуарынан йәшелсә-емештәр өсөн тотҡаһыҙ пакеттар тыйыла.

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Францияла йыл һайын кассаларҙа 5 млрд полиэтилен пакет таратыла һәм йәнә 12 миллиарды йәшелсә һәм йәмештәр һалыу өсөн ҡулланыла. ЕС масштабында йыл һайын сүп-сар биҙрәһенә 8 млрд пакет эләгә. Уртаса алғанда ЕС гражданины йылына 200 полиэтилен пакет ҡуллана.


Пакеттарҙың күпселеге аҙаҡ донъя океанына эләгә һәм диңгеҙ хайуандарын һәләкәткә дусар итә, сөнки полиэтилен тарҡалмай ҙа, юҡҡа ла сыҡмай. Диңгеҙ ағымы уларҙан бер нисә йөҙ мең мең кв. километрҙан тоорған ҙур сүп-сар утрауҙары хасил итә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий