суббота, 2 июля 2016 г.

Мәскәү Брюсселгә: ЕС сәйәсәте “алдан күрә белмәүе менән айырылып тора.”


Европа Союзы Рәсәйгә ҡаршы санкцияларын йәнә ярты йылға оҙайтты. Яуап итеп Рәсәй сит ил эштәре министрлығы санкцияларҙың “халыҡ-ара хоҡуҡ күҙлегенән ҡарағанда легетим түгеллеге” хаҡында белдерҙе, ә Брюссель сәйәсәтен “алдан күрә белмәүе менән айырылып тора” тип баһаланы.

Мәскәү фекеренсә, ЕС-тың яңы ҡарары шуға алып киләсәк: Европа Рәсәй баҙарының байтаҡ өлөшөн юғалтасаҡ, уны уңышлы рәүештә Ҡытай һәм Бразилия биләй ҙә инде. Бынан тыш Брюсселдең санкцияларҙы оҙайтыуы үҙ етештереүселәренә зыян ғына һала тип белдерә сит ил эштәр министрлығы.

Әлеге мәлдә Рәсәйҙә һыйыр, тауыҡ, сусҡа итен, һөт, балыҡ аҙыҡ-түлеген, ҡыҫала һымаҡтарҙы, сәтләүек, емеш-еләк, йәшелсәләрҙе индереү тыйылған.

Европа Союзы һәм АҠШ Рәсәйгә ҡаршы иҡтисади һәм финанс санкцияларын, Украина көнсығышындағы сепаратистарҙы яҡлауҙа ғәйепләп, 2014 йылдың июлендә индергәйне. Брюсселдә белдереүҙәренсә, санкцияларҙы алыу туранан-тура Минск килешеүе үтәлеүенә бәйләнгән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий