понедельник, 4 июля 2016 г.

Эрдоган ҡасаҡтарға төрөк гражданлығы бирәсәкме?


Төркиә территорияһындағы Сүриә ҡасаҡтарына гражданлыҡ алыуға өмөт уяттылар. Рамаҙан тамамланыу айҡанлы ойошторолған тантаналы киске аш ваҡытында президент Рәжәп Тайип Эрдоган был турала үҙе белдерҙе. Был кисте Эрдоган ҡасаҡтар арҡаһында халҡы икеләтә артып киткән Килис ҡалаһында үткәрҙе.

Сүриәнән килгән туғандарыбыҙға мин шуны әйткем килә: беҙ һеҙҙе ысын туғандарыбыҙ тип иҫәпләйбеҙ. Әгәр һеҙ ҙә беҙҙе туғандарығыҙ тип иҫәпләһәгеҙ, һеҙ ватанығыҙҙан алыҫ түгел, йорттарығыҙҙан ғына алыҫта. Бынан һуң Төркиә һеҙҙең дә илегеҙ,”-тине Эрдоган.

Уның ҡасаҡтарға төрөк гражданлығы бирергә тәҡдим итеүе шаулы бәхәс тыуҙырҙы. Оппозпция, президент ошо рәүешле 2019 йылда буласаҡ һайлауҙарға үҙенә электорат туплай, тип белдерҙе.

Төркиәлә рәсми рәүештә 2,7 млн Сүриә ҡасағы теркәлгән. Анкара властары уларҙың ҡайһы берҙәренә эшкә рөхсәт биргән. Әммә бик күптәр рәсми
лагерҙарҙан ситтә йәшәй һәм законһыҙ рәүештә юҡ ҡына хеҙмәт хаҡына завод һәм фермаларҙа эшләй.


Комментариев нет:

Отправить комментарий