среда, 6 июля 2016 г.

Чилкот: Хөсәйенде тыныс юл менән ҡоралһыҙландырыу мөмкин булһа ла, Иракҡа бәреп инергә ҡарар итәләр.


Саддам Хөсәйенде тыныс юл менән ҡоралһыҙландырыу мөмкин булһа ла, Британия хөкүмәте 2003 йылда Иракҡа бәреп инергә ҡарар итә - юғары пост биләгән элекке эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре Джон Чилкот етәкселегендәге бойондороҡһоҙ комиссия докладының төп һығымтаһы шундай.

Лондондағы матубғат конференцияһында Чилкот үҙе белдереүенсә, Тони Блэр был ҡарарҙы разведканың яңылыш мәғлүмәтенә таянып ҡабул иткән, Иракҡа бәреп инеүҙең дәлилле һәм хоҡуҡи нигеҙе етерлек түгел.

Өҫтәүенә Британияның 2003 йылғы Ирактағы хәрби кампания эҙемтәләре баһаланып бөтмәгән. Эксперттар Тони Блэрҙы был бәреп инеүҙән һуң Британияның “Әл-Ҡаиҙә” террористик төркөмө сәбенә әйләнәсәге хаҡында ла киҫәткән.

Баҫылып сыҡҡан докладҡа яуап итеп, экс-премьер Тони Блэр “Иракҡа бәреп инеү хаҡындағы ҡарарҙы саф намыҫ менән ҡабул итеүе” һәм “ғәфү итеүҙәрен һорап тормайынса, хаталар өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға әҙер” булыуы тураһында белдерҙе. Ул Саддам Хөсәйенде бәреп төшөрөргә кәрәклегендә шиге булмауы һәм уны ҡолатыу “Яҡын Көнсығыштағы һәм донъяның башҡа мөйөштәрендәге терроризмдың үҫеүе менән бәйле булмауы” хаҡында белдерҙе.

Чилкоттың бойондороҡһоҙ комиссияһы эше 2009 йылда башлана. 7 йыл эсендә тәфтишселәр 1997-2007 йылдарҙа хөкүмәткә етәкселек иткән Тони Блэрҙы Иракҡа ғәскәр индерергә нимә мәжбүр итеүен асыҡларға тейеш була. Ул хәрби кампания барышында Британияның 179 һалдаты һәләк була. Төрлө баһламалар буйынса, 100 меңдән алып 1 миллионға яҡын Ираҡ кешеһе 9 йылға һуҙылған (2003 йылдың мартынан алып 2011 йылдың декабренә ҡәҙәр) ул һуғыштың ҡорбаны булған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий