Үҙәк
Америка Европа сценарийы буйынса
миграция көрсөгөнә әҙерләнгә оҡшай.
600 самаһы африканлы Коста- Риканың төньяҡ
сигендә бикләнеп ҡалған. Әйтеүҙәренсә,
улар АҠШ-ҡа юл тота, шуға күрә урындағы
властар уларға рәсми рәүештә “мигрант
” статусы бирергә ашыҡмай. Улар ил
территорияһын да ташлап китә алмай,
сөнки юлдарындағы Никарагуа сикте ябып
ҡуйған. Шул уҡ ваҡытта депортация ла
мөмкин түгел: күптәре документһыҙ,
өҫтәүенә ҡайһы илдән килеүҙәрен, бында
нисек килеп эләгеүҙәрен аныҡ ҡына
аңлата алмайҙар.
“Беҙ
бында яфа сигәбеҙ. Коста-Рикаға
мигрант рәүешендә килдек, әммә улар
беҙҙе мигрант тип иҫәпләмәй. Йоҡлар
урыныбыҙ, йәшәр еребеҙ юҡ, ә алда тағы
ла күберәк бәләләр көтә,”-ти
бер ир испан телендә.
Коста-Рика
властары улар менән әлегә нимә эшләргә
лә белмәй. Күрше ил сәйәсмәндәре,
кәңәшмәгә йыйылып, уртаҡ эш планы
булдырырға маташҡандар. Улар мәсьәләне
хәл итергә маташҡансы, мигранттар
килеүен дауам итә. Немец матбуғаты
мәғлүмәттәре буйынса, яҡын көндәрҙә
уларҙың иҫәбе меңләп буласаҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий