понедельник, 18 июля 2016 г.

Төркиә: фетнәлә ҡатнашыуҙа шик аҫтына алынғандарҙы ҡулға алыу дауам итә.


Хәрби түңкәрелеш ойошторорға маташҡандары өсөн, шәмбе көн Анкарала ҡулға алынған тиҫтәләрсә һалдатты Төркиә баш ҡалаһының бер спорт залына алып килгәндәр. Унда уларҙы бығаулы килеш, эске кейем менән, туҡмалған килеш килтергәндәр.

Йәмғеһе 3 000 самаһы хәрби хеҙмәткәр ҡулға алынған, араларында юғары пост биләгән офицерҙар ҙа, ябай һалдаттар ҙа бар.


Төркиә властары, фетнә ойоштороусыларға булышыуҙа һәм унда ҡатнашыуҙа ғәйепләп, судьяларҙы ла ҡулға ала башлаған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий