Ниццалағы
ҡот осҡос теракт менән бәйле француз
халҡына теләктәшлеген белдереү өсөн,
бөтә донъялағы Францияның дипломатик
вәкиллектәренә йөҙҙәрсә кеше килә.
Тәүгеләрҙән
булып матәм акцияһын Сиднейҙа уҙғарҙылар.
Унда австралиялылар ҙа, Австралияла
йәшәүсе француздар ҙа ҡатнашты.
Харбор-Бридж күпере өҫтөнә француз
флагы күтәрелде.
Австралиялағы
француз студенткаһы:
“Үҙ
илебеҙҙән алыҫ булһаҡ та, яҡлауыбыҙҙы,
һөйөүебеҙҙе белдерер өсөн, беҙ бында
килдек. Йәнә шуны әйткебеҙ килә: беҙ
террорҙан арыныҡ, быға сик ҡуйырға
кәрәк.”
Мәскәүҙә
иртә таңдан уҡ кешеләр Франция илселеге
бинаһы янына сәскәләр алып килә һәм
шәмдәр яндыра башланы. Мәскәү ваҡыты
менән 16 сәғәттә йыйылған халыҡ һәләк
булғандарҙы, улар араһында Рәсәй
студенткаһы ла бар, бер минут тын тороп,
хөрмәтләп иҫкә алды. Француз халҡына
махсус видео-мөрәжәғәт менән президент
Путин сығыш яһаны.
Берлин
халҡы ла француз илселегенә сәскәләр
һәм шәмдәр алып килде. Франция менән
теләктәшлеген белдеререгә килгән
кешеләрҙең һүҙҙәре буйынса, хәҙер иң
мөһиме – ҡурҡыуға бирелмәҫкә, сөнки
ябай кешеләр түгел, хоҡуҡ һағындағылар
борсолорға тейеш.
Комментариев нет:
Отправить комментарий