“Брексит”ҡа
ҡаршы булғандарҙың тәүге рәтендә ул
күҙгә салынманы. Евроскептик Тереза
Мэй кампания барышында Дэвид Кэмеронды
яҡларға ризалаша, әммә артыҡ тырышлыҡ
күрһәтмәй. Шуға ҡарамаҫтан Брюссель
менән Бөйөк Британияның Евроберләшмәнән
сығыу процедураһы хаҡында еңел булмаған
һөйләшеү уның иңенә төшәсәк.
“Брексит
“брексит” тигәнде аңлата, ул уңышлы
булһын өсөн, беҙ барыһын да эшләйәсәкбеҙ,-тип
белдерҙе Тереза Мэй премьер-министр
креслоһын үҙе биләйәсәге асыҡланғас
та.
Тереза
Мэй Консерватив фирҡә даирәһендә
компромислы фигура имиджын яулаған.
“Брексит” яҡлылар лидеры, Лондондың
элекке мэры Борис Джонсон да, юстиция
министры Майкл Гоув та, энергетика
министры урынбаҫары Андреа Лидсом да быны
эшләй алманы. Һуңғыһы, тори рәтендә
яҡлау тапмауына ышанғас, дүшәмбе көн
көрәштән баш тартыуы хаҡында белдерҙе.
59
йәшлек эске эштәр министры Оксфордты
тамамлай, Англия банкында күпмелер
эшләп алғас, 1986 йылда сәйәсәт менән
шөғөлләнә башлай. 1997 йылда Англияның
Беркшир графствоһындағы округтарҙың
береһенән депутат итеп һайлана. 1999-2010
йылдарҙа Тереза Мэй консерваторҙарҙың
күләгә кабинетында төрлө пост биләй,
2005 йылда ул Кэмеронға власть өсөн көрәштә
булышлыҡ итә. Тегеһе лә яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ
менән яуап бирә: 2010 йылда эске эштәр
башлығы итеп тәғәйенләй, 2015 йылда уны
шул уҡ поста ҡалдыра.
Ҡайһы
бер күҙәтеүселәр уны Германия канцлеры
менән сағыштыра. Ангела Меркель һымаҡ
уҡ, Тереза Мэй пастор ҡыҙы, балаһы юҡ,
ҡараштары буйынса консерватор. 2002 йылда
ул ҡатын-ҡыҙҙарҙан тәүгеләрҙән булып
тори генераль секретары булып китә.
Фирҡәләштәре
һәм министрҙар кабинетындағы коллегалары
уны компетентлы һәм абруйлы сәйәсмән
тип иҫәпләй. Эске эштәр министры вазифаһын
биләгәндә, енәйәтселлек, легаль булмаған
иммиграция һәм радикаль ислам менән
көрәштә ул ҡатылыҡ, ныҡлыҡ күрһәтә.
“Артабан
Еврокомиссия башлығы Жан Клод Юнкер
был сифатты баһалаясаҡ,”-тип
шаярта элекке юстиция министры Кеннет
Кларк.
Ҡайһы
бер күҙәтеүселәр уны “яңы Маргарет
Тэтчер” тип атай. Прогноздарҙың
дөрөҫ-дөрөҫ түгеллеген ваҡыт күрһәтәсәк.
Комментариев нет:
Отправить комментарий