вторник, 12 июля 2016 г.

Сребреницала 1995 йылғы һуйыш ҡорбандарын хөрмәтләп иҫкә алдылар.


Поточари мемориаль комплексында Босния сербтары ҡулынан һәләк булған, шәхесе асыҡланған 127 Босния мосолманы кәүҙәһен ерләнеләр. Матәм тантанаһы Сребреница фажиғәһенең 21 йыллығында уҙғарылды.

Эксперттар баһалауы буйынса, бында 1995 йылдың июлендә 8 меңдән ашыу мосолман ир-аты, малайы үлтерелгән. Сребреницалағы һуйыш Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан бирле Европалағы иң хәтәр үлтереш була. Тол ҡалған Фатима атлы ҡатын һөйләй:

Мин бында иремде юғалттым...Үҙем 1995 йылда ике балам менән тауҙар аша Тузлаға ҡаса алдым. Күп йылдар үткәс, хәләл ефетемдең кәүҙәһен таптылар. Асылда һөйәктәрен генә инде...Бына хәҙер мин уны ерләйем.”

Был һуйыш хаҡында ялғанды һөйләһегеҙ тиһәләр, Ер тишегенә инерҙәй булам,-ти әсәһен, атаһын, ирен юғалтҡан Рәмизә.-Ялған тип әйтергә нисек телдәре әйләнә. Был хурлыҡ. Минең әсәм, атам, ирем юҡ. 20 генә йәшемдә өс бәләкәй ҡыҙым менән тороп ҡалдым.”

БМО суды Сребреницалағы үлтереште геноцид тип классификацияланы. Белград был терминды ҡулланыуҙан тайшана, геноцид факты иҫбатланмаған тип иҫәпләй ул. Босния сербтарының элекке лидеры Радован Караджич хәрби енәйәттәре өсөн быйыл хөкөм ителде, хәрби начальник Ратко Младич әле лә Гаагала суд тикшереүе аҫтында.


Комментариев нет:

Отправить комментарий