Венесуэланың
18 меңдән ашыу кешеһе, Колумбия сиген
аша сығыу мөмкинлегенән файҙаланып,
күрше илгә кәрәк-яраҡ алыу өсөн уҡталды.
Венесуэлала,
ауыр көрсөк арҡаһында, бөтә нәмәгә
ҡытлыҡ - айырыуса аҙыҡ-түлек һәм
дарыуҙарға.
Сик
буйы халҡы ғына түгел, махсус рәүештә
килеүселәр ҙә был мөмкинлектән файҙаланып
ҡалырға тырышты.
-Күпер
аша яу булып килгән халыҡты күргәс,
иланым. Үҙ күҙемә ышанмай торҙом: беҙҙә
булмаған нәмәләрҙе алыр өсөн, әйтерһең,
бөтә Венесуэла ошонда килгән. Беҙҙә
ҡытлыҡ көндән-көн нығыраҡ һиҙелә.
Венесуэла
властары уҙған йылдың авгусынан башлап
тәүге тапҡыр сикте асты, 12 сәғәткә
асылған был юлға “гуманитар канал”
тигән исем таҡтылар.
-Беҙҙә
булмаған аҙыҡ-түлек, дарыуҙарҙы алып
һөйөндөк.
-Беҙҙә
аҙыҡ-түлек, май, он юҡ, шуға күрә бында
килергә тура килә.
Венесуэлалағы
көрсөк, уға нефткә хаҡтар төшөү ҙә
сәбәпсе булды, ике йыл дауам итә. Милли
ассамблея февралдә аҙыҡ-түлек өлкәһендә
ғәҙәттән тыш хәл хаҡында иғлан итте.
Яҙын
көрсөк ҙур ҡаршылыҡ акциялары һәм
тәртипһеҙлектәргә алып килгәйне.
Комментариев нет:
Отправить комментарий