понедельник, 11 июля 2016 г.

Мысыр израиллеләр һәм фәләстиндар араһында аралашсы булмаҡсы.


Мысырҙың сит ил эштәре министры Израилде, “ике халыҡҡа ике дәүләт” принцибына таянып, Фәләстин халҡы менән тыныслыҡты яйға һала башларға саҡырҙы. Самех Шөкри конфликтҡа килгән ике яҡҡа ла аралашсылыҡ ярҙамы тәҡдим итте. Матбуғат конференцияһында ул ышанысты нығытыу өсөн саралар күрергә өндәне, ә был иһә 2014 йылда өҙөлгән һөйләшеүҙәрҙе ҡайтанан башларға мөмкинлек бирер ине.

Шөкри Израилдә рәсми визит менән, йәкшәмбе көн ул Израиль премьер-министры Беньямин Нетаньяху менән осрашты. Был һуңғы 9 йыл эсендәге Мысыр сит ил эштәре министрлығы башлығының Израилгә тәүге эш сәфәре. Бынан алда, 29 июндә, Шөкри Фәләстин автономияһында булды.





Комментариев нет:

Отправить комментарий