Тәүрат
персонаждарының көнкүреше ниндәй
булған? Израилдең Ашкелон ҡалаһында
табылған боронғо филистимляндар зыяраты
был һорауға яуап табырға ярҙам итеүе
ихтимал. Зыяратҡа 3 меңдән ашыу йыл.
Ҡаҙыныу
эштәре барышында 145 кешенең ҡәбере
табылған. Уларҙың ҡайһы берҙәре янында
төрлө әйберҙәр бар. Был нәмәләр – биҙәнеү
әйберҙәре, ювелир тауарҙары, ҡорал -
цивилизацияның бик юғары кимәле хаҡында
һөйләй.
Ғалимдар,
ҡәберлектәрҙе тикшереү филистимляндарҙың
килеп сығышына ла асыҡлыҡ индерер, тип
өмөтләнә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий