Японияла
Советниктар палатаһына (парламенттың
юғары палатаһына) һайлауҙар үтә. Әлеге
һайлауҙар премьер-министр Синдзо Абэ
үткәргән, “абэномика” исемен алған
иҡтисади сәйәсәткә урындағы халыҡтың
ҡарашын да билдәләйәсәк, шулай уҡ һөжүм
итеүсе Ҡораллы көстәр булдырыуҙы тыйған
Конституцияны ҡайтанан ҡарауға
мөнәсәбәтен дә асыҡлаясаҡ. Авангардында
Япония Демократик фирҡәһе килгән
оппозиция тәүге тапҡыр берҙәм фронт
булып сығыш яһай, улар хатта берҙәм
кандидаттар күрһәтеү хаҡында ла килешә
алған.
Японияла
һайлау йәше 70 йыл эсендә беренсе тапҡыр
20 йәштән 18 йәшкә түбәнәйтелде. Һайлаусылар
бына нимә тураһында һөйләй:
“Конституцияны
ҡайтанан ҡарау ауыр эҙемтәләргә
килтерәсәк. Минең 4 ейәнем бар һәм мин
уларға мираҫҡа идеаль Конституция
ҡалдырғым килә. Һайлауҙарҙан мин тап
шуны көтәм.”
“Мин
Япония граждандары һүҙенә ҡолаҡ һалған
фирҡә өсөн тауыш бирәсәкмен. Уларҙың
һәйбәт һөҙөмтәгә ирешеүен теләйем.”
Япония
юғары палатаһы депутаттары 6 йыл срокка
һайлана, әммә өс йыл һайын уларҙың яртыһы
ҡайтанан һайлана. Әлеге һайлауҙарҙа
389 кандидат ҡатнаша. Абэның Конституцияны
ҡайтанан ҡарарға ниәтләүенә ҡаршы тороу
- оппозиция блогының төп программа
пункты.
Конституцияға
төҙәтмәләр индереү хаҡындағы закон
проектын ҡаршылыҡһыҙ тауышҡа ҡуйыу
өсөн, идара итеүсе Либераль-демократик
фирҡә һәм “Яңы Комэйто” коалицияһына
Советниктар палатаһындағы урындарҙың
өстән ике өлөшөн алырға кәрәк. 2014 йылда
илдең үҙ оборона көтәренә илдең коллектив
үҙ оборонаһында ҡатнашырға рөхсәт
биреүсе һәм асылда япон һалдаттарына
союздаштар менән уртаҡ миссияларҙа
ҡатнашырға рөхсәт биреүсе ҡаршылыҡлы
закон ҡабул ителгәндән һуң, парламентта
был мәсьәләне хәл итеү зарурлығы килеп
тыуҙы. Ләкин, 1945 йылдан бирле үҙгәрешһеҙ
ҡалған Конституцияға төҙәтмәләр индереү
өсөн, дөйөм милли референдум кәрәк. Ә
уны үткәреү идара итеүсе блок һәм уның
яҡлылар парламенттың ике палатаһында
ла урындарҙың өстән ике өлөшөн алған
хәлдә генә мөмкин буласаҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий