Ҡойма
ямғырҙар һәм ишелмәләр арҡаһында, 4
тиҫтә самаһы кешенең ғүмере өҙөлгән.
Сәбәбе - Мексиканың көнсығышында
ҡоторонған “Эрл” ҡойоно. Ҡорбандарҙың байтағы - Пуэбла штатындағы Уаучинаго
муниципалитетынан. Урындағы хөкүмәттең
матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса,
һәләк булыусыларҙың күбеһе - балалар.
Ҡойма ямғырҙарҙан һуң, региондағы бөтә
йылғалар ҙа ташҡан, 2 мең самаһы йорт
зыян күргән. Йортһоҙ ҡалған кешеләргә
ваҡытлы торлаҡ бирелгән.
Шаһиттар
һәм зыян күреүселәр һөйләй:
“Сәғәт
11-ҙә беҙҙе һыу баҫты. Беҙ ҡотолоп ҡалдыҡ,
ә күршеләребеҙ һәләк булды.”
“Үҙ
тырышлығыбыҙ арҡаһында ҡотолоп ҡалдыҡ.
Тырышмаһаҡ, әле һинең менән һөйләшә
алмаҫ инек. Бик күптәр һәләк булды.”
Хәбәрһеҙ
юғалғандарҙы теүәл генә иҫәпләп тә
булмай. Йорттарҙың харабалары аҫтында
тере кешеләр булыуы ла ихтимал тип
иҫәпләй белгестәр.
Комментариев нет:
Отправить комментарий