суббота, 6 августа 2016 г.

Мохтаждарға биреү яҡшыраҡ булыр. Италия аҙыҡ-түлекте ташларға теләмәй.


Италия парламентарийҙары магазиндарҙың һатылып бөтмәгән тауарҙарын мохтаждарға биреүҙе еңеләйтеүсе закон ҡабул итте. Депутаттар һәм ил граждандары ташланған аҙыҡ-түлек кимәлен был кәметер тип өмөтләнә.

Хөкүмәттең иҫәбе буйынса, сүп һауыттарына ташланған ризыҡ Италия иҡтисадына 12,5 млрд евроға барып төшә. Клиенттар ашап бөтмәгән аҙығын үҙе менән алып китә алһын өсөн, ресторан һәм кафелар махсус контейнерҙар менән тәьмин ителергә тейеш тип иҫәпләй депутаттар.

Ауыл хужалығы министры Маурицио Мартина белдереүенсә, ризыҡтарҙың хәүефһеҙлегенә һәм улар менән халыҡты тәьмин итеүгә бағышланған Миландағы Экспо 2015 тамамланғас та ошо закон проекты өҫтөндә эш башланған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий