Рио-де-Жанейро
ҡасабаһындағы Олимпия уты эстафетаһы
ваҡытында булған манифестацияны ҡыуып
таратыу өсөн, Бразилия полицияһы борос
газы һәм резина пулялар ҡулланған.
Акцияны урындағы уҡытыусылар хеҙмәт
хаҡтарын тотҡарлауға ҡаршылыҡ йөҙөнән
ойошторған.
Дука-ди-Кашиа
митингыһында 100 самаһы кеше ҡатнашҡан,
уларҙың ҡайһы берҙәре эстафетаға
ҡамасауларға маташҡан, шул арҡала
полиция менән бәрелеш булып алған.
Манифестацияла ҡатнашҡан ике кеше зыян
күргән. “Темер, ысҡын бынан!”-
демонстрацияла
ҡатнашыусыларҙың береһенең тәнендә
шундай яҙыу булған (һүҙ дәүләт башлығы
Дилма Русеффты алмаштырған вице-президент
хаҡында бара).
Июль
уртаһында “Датафолья” социологик
үҙәге алып барған тикшеренеүҙәр буйынса,
Бразилия халҡының 50 проценты
Рио-де-Жанейрола Олимпиада уҙғарыуға
ҡаршы.
Рио-де-Жанейро
мэры Эдуарду Паэш Олимпия уты эстафетаһында
беренсе булып ҡатнашҡан. Лампада килеүгә
арналған тантана шаршамбы көн Гуанабара
ҡултығы яры буйында ойошторолған.
Рио-де-Жанейро
мэрияһы 4 августы ял көнө итеп иғлан
итте. Тап кесе йома көн ҡалала эстафета
үтте, шуға күрә властар юлдарҙа тығындар
булдырмаҫ өсөн бөтә көсөн һалды.
XXXI
йәйге Олимпиада Бразилияның
Рио-де-Жанейро ҡалаһында 5-21 августа
үтәсәк. Көньяҡ Америкала уҙғарылған
тәүге Олимпия уйындары буласаҡ ул.
Паралимпиада бер нисә аҙнаға һуңғараҡ
- 7-18 сентябрҙә үтәсәк.
Комментариев нет:
Отправить комментарий