вторник, 9 августа 2016 г.

Рәсәй һәм Төркиә президенттары Санкт-Петербугта осрашты.


Рәсәй һәм Төркиә президенттары Владимир Путин һәм Рәжәп Тайип Эрдоган, Рәсәй бомбардировщигын Төркиә Хәрби һауа көстәре бәреп төшөргәс башланған 8 айға һуҙылған көрсөктән һуң, Санкт-Петербугта осрашты.

Владимир Путин белдереүенсә, Төркиә президентының Рәсәйгә сәфәре Төркиә һәм Рәсәйҙең диалогты һәм ике ил араһындағы мөнәсәбәттәрҙе ҡайтанан тергеҙергә йыйыныуы хаҡында һөйләй.

Осрашырға теләк белдергәне өсөн, Эрдоган Путинға рәхмәт әйтте. Уның фекере буйынса, Рәсәй менән мөнәсәбәттәр ыңғай төҫ алған, ә Рәсәй һәм Төркиә хеҙмәттәшлеге региондағы күп проблемаларҙы хәл итергә мөмкинлек бирәсәк.

Һөйләшеүҙәр барышында Сүриәләге хәлдәрҙе яйға һалыу һәм терроризм мәсьәләләре ҡаралыр тип көтөлә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий