вторник, 9 августа 2016 г.

Португалияла урман янғындары ҡотора.


    Көслө янғындар Португалияның Мадейра утрауын ялмап алды, Фуншал ҡалаһының кеше йәшәгән райондарына яҡынлашты. Хәүеф-хәтәр артыуы арҡаһында, 300 самаһы кеше йорттарынан эвакуацияланды һәм төндө хәрби часть территорияһында үткәрҙе. Бер нисә йорт та янған. Урындағы властар уларҙың иҫәбен әйтмәй, сөнки ут менән көрәш дауам итә.

    Һаҡланыу маҡсатында, Мармелейрош хәстәханаһы пациенттары, 200-ҙән ашыу кеше, эвакуацияланды,-тип һөйләй автономиялы регион башлығы.-Уларҙың бер өлөшө башҡа хәстәханаларға оҙатылды, бер өлөшөн хәрбиҙәр үҙ ҡарамағына алды. Операция етеҙ атҡарылды.”

    Континенталь Португалияла, айырыуса төньяғында, хәлдәр унан да ҡатмарлыраҡ. Шәмбенән алып көслө ел һәм ҡаты эҫелек фонында урман янғындары ҡоторона. Меңдәрсә кеше янғын менән көрәшә. Илдә 10 ҙур янғын һәм 300-ҙән ашыу янғын усағы теркәлгән. Португалия президенты Антониу Кошта, ялын туҡтатып, Лиссабонға ҡайтырға ҡарар иткән.



Комментариев нет:

Отправить комментарий