четверг, 11 августа 2016 г.

2012 йылда Бенгазиҙа үлтерелгән американлыларҙың туғандары Клинтон менән судлаша.


Демократтарҙан АҠШ президентлығына кандидат Хиллари Клинтонды Ливияла 4 йыл элек һәләк булған Америка дипломатик миссияһы хеҙмәткәрҙәренең ата-әсәһе судҡа биргән. Ул саҡта тышҡы сәйәсәт ведомствоһы башлығы булған Клинтонды дәғүәселәр “яла яғыуҙа, яңылыш фекер тыуҙырыусы белдереүҙәр яһауҙа һәм эшенә һалҡын ҡарауҙа” ғәйепләй. Элекке дәүләт сәркәтибенең эшлекле бәйләнештәр өсөн шәхси почта серверын ҡулланыуы ла балаларын һәләкәткә этәреүе ихтимал, тип иҫәпләй улар.

Республиканлыларҙың съезында һәләк булғандарҙың береһенең әсәһе тулҡынландырғыс телмәр тотто һәм Клинтон рәшәткә артында булырға тейеш тип белдерҙе.

Бегазиҙағы теракт темаһы АҠШ-тағы һайлау алды кампанияһы барышында ҡалҡып сыҡты: республиканлы Дональд Трамп, американлыларҙың үлемендә Клинтон ғәйепле, тип белдерҙе.

Июндә АҠШ Конгрессы Вәкилдәр палатаһы махсус комитеты доклад баҫтырып сығарҙы, унда дипмиссия статусы булған Бенгазиҙағы ҮРИ (ЦРУ) базаһына һөжүм айҡанлы Америка хөкүмәте тейешле саралар күрмәгән тиелә.

Тикшереү республиканлыларҙың тырышлығы менән башлана, улар идара итеүсе демократтарҙы был эш буйынса мәғлүмәттәрҙе йәшереп тотоуҙа ғәйепләй, дәүләт сәркәтибе Клинтондың тейешле саралар күрмәүе фажиғәгә алып килде тип бара.

2012 йылда Бенгазиҙағы дипмиссияға һөжүм ваҡытында 4 американлы, шул иҫәптән АҠШ илсеһе Кристофер Стивенс һәләк булды.


Комментариев нет:

Отправить комментарий