воскресенье, 11 сентября 2016 г.

Ҡытайҙа донъялағы иң бейек күпер һалынды.


Ҡытайҙа рәсми рәүештә донъялағы иң бейек күпер һалынды. Ничжу йылғаһы аша һалынып, «Бэйпаньцзян» исемен алған күпер «Бэйпаньцзян» провинцияһын тоташтырып тора.

Конструкцияларҙың бейеклеге  — 565 метр, күпер оҙонлоғо — 1341 м.
Ҡоролманы төҙөү 3 йылға һуҙылған. Күпер аша декабрҙә йөрөй башлаясаҡтар.

Һуңғы йылдарҙа Ҡытай инженерҙары үҙенә күрә рекорд булып торған бер нисә автомобиль, тимер юлы, йәйәүлеләр күпере төҙөнө.


Мәҫәлән, августа Чжанцзяцзе милли паркында туристар өсөн донъялағы иң ҙур быяла күпер төҙөлгәйне, әммә ике аҙна үткәс, техник проблемалар арҡаһында, уны ябырға тура килгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий