воскресенье, 11 сентября 2016 г.

Торонто фестивалендә “Сноуден” фильмы премьераһы.


Торонтолағы Халыҡ-ара кинофестивалдә Оливер Стоундың “Сноуден” фильмы премьераһы булды.

Картина 2013 йылдың июнендә матбуғатҡа Милли именлек агенствоһы мәғлүмәттәрен тапшырған һәм аҙаҡ АҠШ-тан ҡасырға мәжбүр булған Үҙәк разведка идаралығының (АНБ) элекке агенты Эдвард Сноудендың яҙмышы хаҡында.

Фильм Люк Хардингтың “Сноуден файлдары: Донъяла иң ныҡ эҙәрлекләнгән кеше тарихы” һәм Анатолий Кучеренаның “Һигеҙаяҡ осоро” тип аталған ике китаптарына таянып төшөрөлгән.

Фильмда төп ролдә - Джозеф Гордон-Левитт.

Рәсәйҙә премьера 2016 йылдың 15 сентябрендә буласаҡ.


Был һеҙгә, һеҙҙең быуынға, тәүге нәүбәттә үҫеп килгән быуынға тәьҫир итә. Был һеҙҙең шәхси тормошоғоҙ өсөн һәм ғөмүмән бөтә донъя өсөн хәүефле, сөнки былар артында, фильда әйтелгәнсә, киберһуғыштар тора. Күҙәтеү алып барыуҙар артында ла киберһуғыштар тора, ә ул электрон һуғыштың бер формаһы, ул бик етди нәмә,”-тип иҫәпләй Стоун.

Комментариев нет:

Отправить комментарий