воскресенье, 11 сентября 2016 г.

Мадрид: корридаға ҡаршы манифестациялар.


Мадридта бер нисә мең кеше корридаға ҡаршы акцияға сыҡты. Манифестацияны ойоштороусы Pacma хайуандарҙы яҡлау фирҡәһе ағзалары ҡатнашыусыларҙың иҫәбе буйынса ул рекорд ҡуйҙы тип иҫәпләй.

Испанияла үгеҙҙәр менән алыш ғәҙәти күренеш, әммә һуңғы һорашыуҙар буйынса ул популярлығын юғалта бара: испанлыларҙың 19 проценты ғына уны һаҡлау яғында, ә 58 проценты иһә уны тыйыуҙы хуп күрә. Испанияның ҡайһы бер ҡалаларында коррида тыйылған да инде.


Комментариев нет:

Отправить комментарий