понедельник, 12 сентября 2016 г.

Ошо ял көндәрендә Сицилия ярҙарына 3400 мигрант килде.


Ял көндәрендә Урта диңгеҙҙә Италия яр буйы һағы 3400 мигрантты ҡотҡарҙы. Йыл башынан алып Италияға диңгеҙ юлы менән 155 мең кеше килгән. 

Күптән бирле Италия һәм Греция иммиграция мәсьәләһендә Европаны теләктәшлеккә саҡыра. Йәкшәмбе көн Греция премьер-министры Алексис Ципрас Европалағы күршеләренең Төркиә менән төҙөлгән килешеүҙең үҙҙәренә ҡағылған өлөшөн үтәмәүенә зарланды.

 “Европа үҙ йөкләмәһен оҙаҡҡа һуҙмай ғына үтәргә тейеш. Үҙебеҙ иһә легаль булмаған иммиграцияға кәртә ҡуйыу һәм хоҡуҡи каналдар булдырыу өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Ул Греция һәм Төркиәләге ҡасаҡтарҙы күсереүҙе күҙ уңында тота. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ЕС илдәре күсерергә вәғәҙә биргән 33 мең ҡасаҡтың 3 меңенә генә урын табылды".

Еврокомиссия иһә уҙған аҙнала Төркиә үҙендә һыйындырған 3 млн сүриәлегә финанс ярҙамы бүлеүе хаҡында иғлан итте. 348 млн евро күләмендәге махсус фондтан иң ныҡ мохтаждарға биреләсәк  махсус дебет карталарына ай һайын аҡса күсереү планлаштырыла.



Комментариев нет:

Отправить комментарий