четверг, 15 сентября 2016 г.

Ҡытай “ай ярсыҡтары” аҫтында.


“Меранти” диңгеҙ ҡойоно кесе йома көн Ҡытайҙың көньяҡ-көнсығыш яр буйҙарына – Фуцзянь провинцияһына ябырылды.

Көн элгәре урындағы метеохеҙмәттәр, ҡыҙыл - иң юғары хәүеф янауы хаҡында киҫәтеп, ҡаза килеүе тураһында хәбәр иткәйне. Яр буйҙарында ултырған бер нисә ҙур ҡалала балалар баҡсалары, мәктәптәр ябылды.

Ҡытайға “Меранти” Тайвандән килгән, көн элгәре унда транспорт бәйләнеше тулыһынса туҡталған, 800 самаһы ғаилә электр утынан мәхрүм ҡалған.

Ҡытайҙа дауыл һәм шыуғындар хаҡында хәбәр итәләр, әммә ҙур зыян юҡ. Ел алып бәргән ай моделдәре генә халыҡты хафаға һалған: диңгеҙ ҡойоно сентябрҙәге Ай байрамында башланған, байрамда ай хөрмәтенә ауыл-ҡалалар ғәләмәт ҙур, тик бик еңел ай макеттары менән биҙәлә икән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий