четверг, 15 сентября 2016 г.

Йәйге эҫеләр Европанан китергә уйламай.


 Көнбайыш һәм Үҙәк Европала сентябрь уртаһына хас булмаған эҫеләр тора. Мәҫәлән, Британияла бер нисә көн инде термометр бағанаһы Цельсий буйынса 30 градустан түбәнәймәй. Көньяҡ Англия пляждарында кинәнеп һыу инергә була, бындай көндәрҙе хатта йәй ҙә көн һайын бүләк итмәне.
Ҡитғала температура тағы юғарыраҡ. 32 градуслыҡ эҫеләр торған Брюсселдә урындағы халыҡ ваҡытын һыу сығанаҡтары булған парктарҙа үткәреүҙе хуп күрә. Нидерладтарҙа һәм Германияла, хатта төньяҡ өлөштәрендә лә, шундай уҡ хәл.
Дөйөм алғанда, Көнбайыш һәм Үҙәк Европала температура ғәҙәттәгенән 10-12 градусҡа юғары.

Синоптиктар ғәҙәти булмаған эҫелекте Төньяҡ Атлантика субтропик зонаһында хакимлыҡ иткән “Азор циклоны” йоғонтоһо менән аңлата. Тап ул Европаның күп өлөшөнә һалҡын һауа массаларын үткәрмәй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий