Төньяҡ Корея үҙен бөтә
донъяға эшселәр ожмахы рәүешендә танытырға тырыша, тик илдең төньяҡ-көнсығышындағы
ҡаты ташҡындар дәүләтте донъя йәмәғәтселегенән ярҙам һорарға мәжбүр итте.
КХДР-ҙың
төньяҡ-көнсығышы 1945 йылдан һуң булған иң көслө ташҡындан зыян күрҙе:
тиҫтәләрсә бина емерелеп, бер нәмәһеҙ ҡалған кешеләр аслыҡтан, һыуыҡтан ыҙа
сигә.
Ташҡындар «Лайонрок»
диңгеҙ ҡойоно менән килә. Мьюзен һәм Йонса округттарын, шулай уҡ Хамген-Пукто
провинцияһындағы Хверен ҡалаһын һыу баҫа. Ҡытай сигендәге Томанлы йылғаһы ныҡ
таша, 133 кеше һәләк була, 395-е хәбәрһеҙ юғала, 140 мең кешегә кисекмәҫтән
ярҙам кәрәк.
Зыян күргән регион
ярлылығы менән айырылып тора. Бында төрмәләр урынлашҡан, идара итеүсе режимға
ҡаршы булғандар тупланған.
2015 йылда БМО Төньяҡ
Кореяға 8 млн доллар гуманитар ярҙам бүлде.
Комментариев нет:
Отправить комментарий