пятница, 16 сентября 2016 г.

Братиславала ЕС саммиты: “брексит”тан һуңғы тормош.


Бөгөн Словакия баш ҡалаһы Братиславала Евроберләшмә илдәре саммиты башланды, ул тәүге тапҡыр Британияһыҙ үтә.

Словакия премьеры Роберт Фицо һүҙҙәре буйынса, саммиттың төп бурысы - берләшкән Европаға ҡарата пессимистик ҡарашты юҡҡа сығарыу, шулай уҡ Европаны көсһөҙләндерерҙәй Британиялағы ише референдумдарҙан һаҡланыу:

“Бында, саммитта, беҙ теләктәшлегебеҙҙе, Европа проектының уникаль булыуын белдерәбеҙ һәм уны үҫтереүҙе дауам итәсәгебеҙҙе һыҙыҡ өҫтөнә алғыбыҙ килә. Осрашыуҙар ярҙамында киләһе 6 айға мөһим мәсьәләләр буйынса “юл картаһы” төҙөй алырбыҙ тип өмөтләнәм”.

Саммиттағы төп темалар: миграция көрсөгө, именлек мәсьәләләре һәм  “брексит”тан һуңғы Европа проекты. Братиславаға килгән ЕС дәүләттәре башлыҡтарының һәм Брюсселдән килгән Европа түрәләренең бурысы – ошо һәм  башҡа мәсьәләләр буйынса уртаҡ тел табыу. Саммит, Европалағы хәлдәрҙең айышына төшөнөп, берләшмәне нығытыу сараларын күреү буйынса йәнә бер ынтылыш яһаясаҡ.

Немец канцлеры Ангела Меркель, Братиславаға килгәс, Европалағы хәлдәрҙең хөртәйеүе хаҡында белдерҙе. Терроризм һәм эшһеҙлек менән көрәште, шулай уҡ ЕС-тың дөйөм именлеген тәьмин итеүҙе Меркель төп урынға ҡуйҙы.

“Британиялағы референдум һөҙөмтәләре шуны күрһәтте: Евроберләшмә тәрән көрсөк хәлендә. Уның башлыҡтары Европаның үҫеш йүнәлеше хаҡында һөйләшеп килешергә маташа,-ти Братиславанан хәбәрсебеҙ Шандор Сирош.-Ҡайһы бер илдәр ҙурыраҡ интеграция яҡлы, икенселәре, Польша һәм Венгрия һымаҡ, Брюсселдән үҙаллыраҡ булырға тырыша. Саммит барышындағы дебаттар терроризм, иҡтисад һәм миграция тураһында ла буласаҡ.”





Комментариев нет:

Отправить комментарий