суббота, 17 сентября 2016 г.

Венгрия: бер йыл ҡоймалар менән, референдумға ҡәҙәр ике аҙна.


Венгрия баш ҡалаһында мигранттар яҡлы активистар төркөмө  ҡала тимер юл вокзалы алдында ҡаршылыҡ акцияһы ойошторҙо - бер йыл элек йөҙҙәрсә ҡасаҡтың ниндәй шарттарҙа ҡалыуын күрһәтер өсөн, бина алдындағы майҙанда улар палаткалар ҡорҙо.

Ул саҡта, илгә килеүсе легаль булмаған мигранттар һанын кәметеү өсөн, Венгртя властары Сербия сиген япҡайны.

-Һуңғы ваҡыт беҙҙең илгә һыйыныу урыны һорап килеүселәр бик әҙ булыуға ҡарамаҫтан, һайлаусыларҙың яҡлауына ирешеү өсөн, хөкүмәт пропаганда һәм агитация сараһы рәүешендә миграция темаһын уғата күрмәлекһеҙ рәүештә файҙалана,-ти активистка Ализ Пожувальски.

Легаль булмаған мигранттар ағымын кәметеү өсөн, бер йыл элек Будапешт сик буйына ҡойма ҡойҙо. Илгә аяҡ баҫып өлгөргән тиҫтәләрсә кеше артабан юл тотоу мөмкинлегенән мәхрүм булып бикләнеп ҡалды.

Миграция көрсөгө Венгрияла ҙур бәхәстәр тыуҙырҙы.

Ике аҙнанан илдә референдум буласаҡ: хөкүмәт ЕС-тың ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү квоталарына ҡарата һайлаусыларҙың фекерен белергә теләй.

Венгрияның махсус хәбәрсеһе Андреа Хаягош бына нимә тип һөйләй:

-Референдумға ике аҙна ҡалғас үткәрелгән һорашыуҙар шуны күрһәтә: тауыш биреү үткәрелде тип иҫәпләнһен өсөн һайлаусыларҙың етерлек килеүе аныҡ ҡына билдәле түгел. Тик бер нәмәлә шик юҡ: участкаларға килеүселәрҙең күбеһе хөкүмәттең саҡырыуын хуплаясаҡ.


Комментариев нет:

Отправить комментарий