“Ҡасаҡтарға шатбыҙ!”- ошондай лозунг аҫтында 20 мең кеше Британия баш ҡалаһы
урамдарынан үтте, аҙаҡ Парламент майҙанында митинг үткәрҙе.
Акцияны “Халыҡ-ара амнистия,” Oxfam, “Сиктәрһеҙ
врачтар” һәм Ҡасаҡтар эше советы ярҙамында хөкүмәттеке булмаған Solidarity with
Refugees ойошмаһы ойошторҙо.
“Миграция көрсөгө көсәйҙе, беҙҙең уйыбыҙса,
сәйәсмәндәр уны уңышлы хәл итә алмай,-ти манифестацияла ҡатнашыусыларҙың береһе.-Британия хөкүмәте күберәк эшләргә тейеш.Ул 20 мең ҡасаҡты ҡабул итергә
йөкләмә алғайны, тик әлеге мәлдә 2,5 мең кешене генә ҡабул итте - был үтә лә әҙ!”
“Сүриәләге һуғыш йәнә көсәйеп китте, унан ҡасыусы
кешеләргә яңы имен тормош ҡорорға мөмкинлек бирергә кәрәк. Британия ҡунаҡсылыраҡ
булырға тейеш”,-ти манифестацияны ойоштороусыларҙың береһе.
Уҙған йыл Британия хөкүмәте 2020 йылға ҡәҙәр 20 мең
сүриәлене ҡабул итергә йөкләмә алды. БМО мәғлүмәттәре буйынса, һуғыш барған 5,5
йыл эсендә Сүриәне 4,5 млн кеше ташлап киткән. Ҡасаҡтарҙың, ил эсендә күсенергә
мәжбүр булғандарҙың дөйөм һаны 60 миллионға еткән.
Митингыға йыйылған халыҡ Британияның яңы премьеры Тереза
Мэй АҠШ президенты БМО-ның Генераль Ассамблеяһы сиктәрендә йыйған халыҡ-ара
саммитында активыраҡ позияла торор тигән өмөт белдерҙе.
Комментариев нет:
Отправить комментарий