воскресенье, 18 сентября 2016 г.

Дейр-әз-Зор янындағы һөжүм: Чуркин һәм Пауэр бер-береһен тыңларға теләмәне.


БМО-лағы Рәсәй һәм АҠШ илселәре бер-береһен тыңларға теләмәне.

АҠШ Хәрби Һауа көстәре Дейр-әз-Зор янында Сүриә хөкүмәт ғәскәрҙәренә һөжүм иткәндән һуң, ашығыс рәүештә Именлек Советы ултырышы йыйылды. Һөжүм ваҡытында 60-тан ашыу хәрби хеҙмәткәр һәләк булған һәм, был хәлдән файҙаланып,  “Ислам дәүләте” боевиктары шунда уҡ атакаға ташланған.

Рәсәй Именлек Советын йыйҙы һәм һәм быға аңлатма биреүҙе талап итте, әммә БМО-лағы АҠШ вәкиле Саманта Пауэр демонстратив рәүештә ултырыштан сығып китте.

-Әгәр Пауэрҙың бөгөнгө ҡыланышы уларҙың ҡарашын сағылдыра икән, эштәр хөрт. Шулай ҙа мин улар беҙҙе һәм башҡаларҙы Сүриәләге сәйәси хәлдәрҙе етди рәүештә яйға һалырға, террористар менән көрәшергә ниәтләүҙәренә ышандыра алыр тип өмөтләнәм,-тип белдерҙе Рәсәйҙең БМО-лағы даими вәкиле Виталий Чуркин.

Үҙ сиратында, Саманта Пауэр кире әйләнеп ингәс, Рәсәй вәкиле залдан сығып китте.

Саманта Пауэр Рәсәйҙең ашығыс ултырыш йыйыуына асыуын белдерҙе:

-Асад режимы даими рәүештә граждандар объекттарына һөжүм яһарға ниәтләй. Әммә уларҙың яманлыҡтары Рәсәйҙең асыуын да ҡабартманы, ул тикшереүҙе лә талап итмәне, шәмбе кис кисекмәҫтән Именлек Советы ултырышын йыйырға ла мәжбүр итмәне!

Вашингтон авиаһөжүмдең “махсус әҙерләнмәүе”хаҡында хәбәр итте һәм Сүриә хәрбиҙәренең һәләк булыуына үкенес белдерҙе.




Комментариев нет:

Отправить комментарий