Британия велоуҙышсылары Крис Фрум һәм Брэли Уиггинс; Америка теннисистары - апалы-һеңлеле Уильямстар, йәҙрә ырғытыусы Мишель Картер, чех теннисисы Петра Квитова – былар Допингыға ҡаршы бөтә донъя агенствоһынан ауырыуҙары сәбәпле рәсми рәүештә тыйылған препараттар ҡулланыуға рөхсәт алған спортсыларҙың тулы булмаған исемлеге. Fancy Bears хакер төркөмө уҙған аҙнала Допингыға ҡаршы бөтә донъя агенствоһы архивын шулай халыҡҡа сығарҙы.
Британияның Допингыға ҡаршы агенствоһы Риола Олимпия
уйындарында ҡатнашҡан 53 спортсыһының допинг тип иҫәпләгән препараттар
ҡулланыуға терапевтик рөхсәт алыуын таныны.
Допинг ғауғаларын тикшергән бойондороҡһоҙ Допингыға
ҡаршы бөтә донъя агенствоһы комиссияһы башлығы Ричард Макларен былай тип
белдерҙе: “әгәр спортсы препараттарҙы ҡулланыуға рөхсәт алған икән, тимәк уны
ҡулланырға хоҡуғы бар, юғиһә уның һаулығы ҡаҡшауы ихтимал.”
Допингыға ҡаршы бөтә донъя агенствоһы үҙенең мәғлүмәттәр
базаһына үтеп инеүҙәрен раҫланы һәм Рәсәй хакерҙарын ғәйепләп сыҡты. Рәсәй
президенты Владимир Путин да киберһөжүм ғауғаһына үҙ мөнәсәбәтен белдерҙе:
“Бик
күп һорауҙар тыуа. Һау спортсылар башҡаларға рөхсәт ителмәгән тыйылған
препараттар ҡуллана, ә ауыр сирлеләр, ғәриптәр, препараттар ҡулланыуҙа шик
аҫтына ғына алынып, Паралимпия уйындарынан ситләтелә.”
Допингыға ҡаршы бөтә донъя агенствоһының киберһөжүмгә
дусар булыуына Халыҡ-ара Олимпия комитеты башлығы Томас Бах та яуапһыҙ ҡалманы,
ул Рәсәйҙән спортсыларҙың һаулығы хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе асып һалған хакерҙар
менән көрәштә ярҙам итеүен һораны.
Комментариев нет:
Отправить комментарий