понедельник, 19 сентября 2016 г.

БМО үҙ ағзаларына ҡасаҡтарҙы ҡабул итеүҙе йөкмәтергә уйлай.


 Ҡасаҡтар һәм мигранттар проблемалары буйынса саммит бөгөн Нью-Йоркта БМО эгидаһы аҫтында асылды. Осрашыу рәсми рәүештә БМО Генераль ассамблеяһы асылырҙан бер көн алда үтә, шуға күрә уның эшендә донъяның күп лидерҙары ҡатнаша ала.

Ливандағы Бекаа ҡасаҡтар лагерының күпселек халҡы саммиттан үҙҙәре өсөн бер нәмә лә көтмәй.

Әмир Нәүфәл, Сүриә ҡасағы:

“Беҙ Аллаһҡа ғына өмөт бағлайбыҙ. Ул саммиттар бер ниндәй ҙә яҡшылыҡ алып килмәй. Уларҙы үҙҙәре өсөн шоу һымаҡ ҡына үткәрәләр.”

Сүриәнән миллиондарса ҡасаҡты ҡабул иткән күрше Иорданияла ла шундай уҡ кәйефтәр хөкөм һөрә.

Абу Дабиб, Сүриә ҡасағы:

“Ултырыштарҙы улар күп үткәрә, ә Алеппоға гуманитар ярҙам күрһәтә алмай. Бөтә донъя бер нәмә лә эшләй алманы, шуға күрә 5 йыл хәл ителмәгән проблеманы бындай осрашыуҙарҙа ғына хәл итеп булмаясаҡ.”

БМО Нью-Йоркта асылған саммитта ойошмаға ингән ил-ағзаларҙы бөтә ҡасаҡ һәм мигранттарҙы яҡлауҙы тәьмин итеүҙе йөкмәтеүсе декларацияны ҡабул итергә саҡыра.

Комментариев нет:

Отправить комментарий