вторник, 20 сентября 2016 г.

Греция: Лесбостағы ҡасаҡтар лагерына кем ут төрткән?


Грециялағы Лесбос утрауындағы янғын эсендәге ҡасаҡтар лагерынан 2 меңдән ашыу мигрант эвакуацияланған. Бер версия буйынса, янғын ут төртөү арҡаһында килеп сыҡҡан. 

Греция киң мәғлүмәт саралары көн элгәре лагерҙа уның халҡын Төркиәгә депортациялаясаҡтар тигән хәбәр таралыуы хаҡында яҙып сыҡҡайны. Был хәбәр көсөргәнешлекте арттырған.

Бында күптәрҙең проблемалары бар,-ти мигранттарҙың береһе.-Хәҙер беҙ баҡсала йәшәйбеҙ. Торлағыбыҙ ҙа, һыу ҙа юҡ, бик күптәр ауыр хәлдә.”

Әлеге мәлдә Лесбоста 6 мең самаһы ҡасаҡ йәшәй. Янғын дүшәмбе көн Мориа ауылы тирәһендә башланып киткән. Шунан алдараҡ ҡына бында депортацияға ҡаршы сыҡҡан мигранттарҙың һәм уларҙы утрауҙан оҙатыуҙы талап иткән урындағы халыҡтың акцияһы булып үткән.

Үҙҙәренең ризаһыҙлығын белдереү өсөн, 300 самаһы мигрант ауылға йүнәлгән. Полиция, уларҙы туҡтатып, кире борған. Шул мәл тирә-яҡтағы зәйтүн ағастары яна башлаған һәм лагерға күскән. Уның менән менән бер нисә сәғәт көрәшкәндәр, тик көсөлө ел утты артабан таратҡан.

Был ваҡиға буйынса полиция тикшереү алып бара.



Комментариев нет:

Отправить комментарий