вторник, 20 сентября 2016 г.

Францияның Канн ҡалаһында пляжда кейемдә йөрөүҙе тыйғандар.


Францияың Канн ҡалаһы властарының ҡатын-ҡыҙҙарға пляжда ислам ҡанундарына ярашлы тәнде тулыһынса ҡаплап торған костюм -“буркини” кейеүҙе тыйыусы законы тирәләй ғауға ҡупты. Канн мэры Давид Лиснар “буркиниҙы ислам экстремизмы символы тип иҫәпләй.

“Мәғәнәһеҙ провокация был. Тыйыу провокация түгел, шундай кейем кейеүселәр провокация менән шөғөлләнә. Ысын униформа ул. Ҡайһы берәүҙәр дини ҡанундарға таянып кейенеүе ихтимал, уларға аңлатырға кәрәк. Әммә бер нисә провокатор ҙа бар,”-ти Давид Лиснар.

Мосолман һәм хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары ул тыйыуға ҡаршы сыҡты, улар Канн муниципалитетын ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын боҙоуҙа ғәйепләне.

Ә пляжда сисенергә теләмәгәндәрҙең фекере бына ниндәй:

“Көлкө был. Мин әллә күпме яланғас кешене күрәм, ә ни өсөн кейемдә йөрөү ярамаған эш һуң әле. Күңелең тартҡанды эшләргә ярамаймы ни? Мәктәптәге ҡаты тәртиптәрҙе хөрмәт итәм. Ә пляжға килгәндә - был көлкө.”

Тыйыу ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуғын сикләйме – был мәсьәлә буйынса төрлө фекер бар. Пляждағы икенсе бер ҡатын уны ҡатын-ҡыҙҙарға дини кейемде көсләп тағыу тип бара:

“Мин быны законһыҙлыҡ тип уйламайым. Пляж - йәмәғәт урыны, бында һәр кем килә ала. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарына килгәндә, әгәр улар менән килешә башлаһаҡ, бер аҙым артҡа китеү булыр ине ул.”

Франция- 2011 йылда пәрәнжәлә йөрөүҙе тыйған Европалағы тәүге ил. Ул ҡарарҙар ҙа күп бәхәстәр, шулай уҡ тәүге нәүбәттә мосолман общинаһының күп һанлы манифестацияларын тыуҙырҙы.







Комментариев нет:

Отправить комментарий