Монополияға ҡаршы сәйәсәт экс-еврокомиссары Нили Крус Багам утрауҙарында
теркәлгән офшор компанияһы башлығы булған. Тикшереү алып арыусы Журналистар
консорциумына һылтанып, был турала Süddeutsche Zeitung гәзите хәбәр итте. Крус 2000-2009 йылдарҙа Mint Holdings Ltd компанияһы
директоры булып иҫәпләнгән. ЕС ҡаунундары буйынса, мандат ҡабул иткән
еврокомиссарҙар шәхси компаниялар менән идара итеү функцияларын ҡалдырырға,
һуңғы 10 йыл эсендә биләгән бөтә
вазифалары хаҡында хәбәр итергә тейеш.
Крустың үҙенең һүҙҙәре буйынса, ул Багам фирмаһының башҡарма директоры булмаған,
Mint Holdings Ltd капиталы менән идара итеү буйынса стратегик кәңәштәр генә
биргән. Шул уҡ ваҡытта элекке еврокомиссар Голландияның ике баҫмаһына офшор
компанияһындағы статусының Еврокомиссия ҡағиҙәләрен боҙоу булып тороуын
таныған.
Бынан алдв Журналистар консорциумы Багам
утрауҙарындағы офшор фирмаларҙың миллиондан ашыу документын баҫтырып
сығарғайны.
Комментариев нет:
Отправить комментарий