Был - тропик урмандар,
тик ул сүллектә үҫә. Дубайҙа. Улар өсөн ғәләмәт ҙур оранжерея төҙөлгән, эсендә
тейешле климат мөхите булдырылған. Бында 3 000 төр үҫеплек бар. Хайуандар
донъяһы вәкилдәре 800-ҙән ашыу. Проект “Green Planet” тип атала һәм ул сентябрь баштарында асылған.
Проект
етәкселәренең береһе Кристофер Дэвис һөйләй:
“Тәбиғәттең
бәләкәй генә өлөшө был. Ҙур булмаған ошо урында Амазонканың мөһабәт урмандарын
күрһәтергә, теүәл итеп тәбиғәттең билдәле бер мөхитен тергеҙергә тырыштыҡ. ”
Әлеге мәлдә “Green
Planet” проекты сиктәрендә уҡыусылар өсөн генә түгел, балалар баҡсалары өсөн дә
тиҫтә ярым белем биреү программаһы буйынса эш бара.
“Маҡсатыбыҙ -
тәбиғәт донъяһының төрлөлөгөн күрһәтеү. Бында бала-саға килә. Уларға ҡыҙыҡ,”-ти
Кристофер Дэвис.
Әммә баҡса һыу
һибеүҙе талап итә. Ул проблеманы сүллектә нисек хәл итәләр икән?
“Таҙа һыуҙың ҡиммәтен аңлап, беҙ уны ҡулланмайбыҙ тиерлек. Һибеү өсөн
файҙаланылған барса һыу ҡайтанан таҙартылған, хатта шарлауыҡ та тейешенсә
таҙартып алынған, ҡайтанан ҡулланылған һыу,”-тип яуап бирә Кристофер Дэвис.
Проект етәкселәре
шуны һыҙыҡ өҫтөнә ала: “Green Planet”проектының бөтә төҙөлөш этаптары һәм
эштәре иң ҡаты экология стандарттарына нигеҙләнеп алып барыла.
Комментариев нет:
Отправить комментарий