понедельник, 26 сентября 2016 г.

Колумбия: граждандар һуғышын туҡтатыу хаҡында килешеү.


Колумбияла бөгөн 50 йылға һуҙылған граждандар һуғышын туҡтатыу хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуйылмаҡсы. Документ аҫтында ил президенты Хуан Мануэль Сантостың һәм баш күтәргән Колумбич Революцион ҡораллы көстәре төркөмө башлығы Родриго Лондоньо Эчеверри (ҡушаматы“Тимошенко” ) ҡултамғалары торасаҡ.

Картахеналағы тантанаға Латин Америкаһының 15 дәүләт башлығы һәм БМО генсегы Пан Ги Мун саҡырылған.

Килешеү шарттары Революцион ҡораллы көстәр ағзаларының ҡоралһыҙланыуын, наркотиктар һатыуҙан баш тартыуын, ә властар яғынан ер реформаһы үткәреүҙе күҙ уңында тота.


Комментариев нет:

Отправить комментарий