Именлек хаҡына йәкшәмбе
көн референдумда ҡатнашҡан Швецария халҡының 65 проценты махсус хеҙмәттәрҙең
почталарын уҡыуына һәм телефондарын тыңлауына ризалыҡ бирҙе.
Разведка хеҙмәте
вәкәләттәрен киңәйтергә тейешле законға ҡаршы булғандар 26 Швейцария кантонының
һәм ярымкантонының береһендә лә яҡлау тапманы.
Швейцарияның оборона
министры Ги Пармелен һөйләй:
“Яңы закон Швейцарияға заманса ҡорал менән бөгөнгө
бурыстарҙы үтәргә мөмкинлек бирәсәк. Мәҫәлән, терроризм, шпионлыҡ менән көрәш
алып барырға, инфраструктураның мөһим объекттарын һөжүмдәрҙән йолоп ҡалырға,
шулай уҡ химик һәм биологик ҡорал менән көрәшергә.”
Разведка - Швейцария
халҡы үҙ фекерен белдергән берҙән-бер мәсьәлә түгел. Италия менән сиктәш булған
Тичино кантоны халҡы эш биреүселәргә тәү сиратта урындағы кешеләрҙе эшкә алыуҙы
йөкмәткән “Тәүҙә үҙебеҙҙекеләр” башланғысын яҡлап сыҡты.
Комментариев нет:
Отправить комментарий