Венеция халҡы ҡала үҙәгенән алыҫ түгел диңгеҙ
ҡултығында йөрөгән круиз лайнерын шул рәүешле ҡаршы алды. Кәмәләрҙәге ҡаршылыҡ
акцияһында 2 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Улар Thompson туроператоры карабына
юлды ябырға маташты.
Ҡаршылыҡ акцияһындағылар әйтеүенсә, ғәләмәт ҙур круиз
лайнерҙары тыуҙырған тулҡындар һыу төбөндәге ҡомдо урынынан күсерә, данлыҡлы
палаццолар һәм Серениссима биналары аҫтындағы свайҙарҙы ҡаҡшата. Өҫтәүенә ул
караптар экология талаптарына ла яуап бирмәй һәм, офоҡто ҡаплап, ҡаланы
йәмһеҙләп тора.
2014 йылда ауырлығы 96 мең тоннанан артыҡ булған судноларға
Венеция порттарына юл ябылғайны, әммә тыйыу бер йылдан артыҡҡа барманы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий