Дрезденда полиция шишәмбегә ҡаршы булған ике шартлау
буйынса тикшереү алып бара. Бомбаларҙың береһе – мәсет алдында, икесеһе
Халыҡ-ара конгесс-үҙәк алдында шартлаған. Үлеүселәр юҡ, әммә биналарға зыян
килгән. Бер версия буйынса, был - “килеүселәрҙе күрә алмау” күренешенең
сағылышы.
“Агрессия кимәле,-тип белдерҙе илдең эске эштәр
министры,-ул Германиялағы мосолмандарға ла ҡағыла, үҫә бара һәм был унынсы “Ислам Германияла” конференцияһына бер көн
ҡалғас булған Дрездендағы мәсет һәм конгресс-үҙәктәге шартлауҙан да былайыраҡ
шаңҡыта.”
Шартлау Германияның берләшеүенә арналған һәм киләһе
аҙнаға планлаштырылған тантана менән дә бәйле булыуы ихтимал, тип иҫәпләй
полиция.
Комментариев нет:
Отправить комментарий