среда, 28 сентября 2016 г.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы: Ерҙең 92% халҡы бысраҡ һауа һулай.


 Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы, тикшеренеү үткәргәндән һуң, шундай һығымта яһаны: планетабыҙҙың күпселек халҡы уғата бысраҡ һауа һулап йәшәй. Ундай урындарҙа йәшәүселәр ер шарының 92 процентын тәшкил итә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы бындай хәлде “ғәҙәттән тыш,” “һаулыҡ һаҡлау өсөн хәүефле” тип атай.

Һауалағы зарарлы матдәләр кимәле Ҡытайҙа, Һиндостанда, Европаның күп кенә илдәрендә, Рәсәйҙең Европа өлөшөндә норманан байтаҡҡа юғары.

Бөгөн беҙҙең илдә тирә-яҡ мөхитте яҡлау мәсьәләләре, ә былар үлем-китемде арттыра торған мәсьәләләр, төп урында тормай, саң һуғып һөйләшеүҙәр ҙә алып барылмай. Бысраҡ һауа факторына ионлашыу факторы ла өҫтәлә, йәғни йөҙҙәрсә мең кеше, миллиондарса булмаһа әле, бысраҡ радиоктив территорияларҙа йәшәй,”-ти Рәсәйҙең Гринпис энергетик программаһы етәксеһе Владимир Чупров.

Һиндостанда ла һауаның бысраныуына ҡаршы етди саралар үткәрелмәүенә зарланалар. Һиндостан ҡалалары урамдарында автомобилдәрҙең, мотоциклдарҙың артыуы шуға алып килгән: һауаның бысраныуы, мөмкин булған күрһәткестәрҙән 10-15 тапҡырға артып, рекорд ҡуя.

“Европала һауа күпкә яҡшыраҡ, бысраҡ һауа проблемаһы Һиндостан, Азия ҡалаларына, Азия һәм Африка илдәренә генә хас тигән ҡараш йәшәй ине. Доклад иһә Европа ла был проблеманан азат түгеллеген күрһәтте,”-ти Һиндостандың тирә-яҡ мөхитте тикшереү буйынса фәнни үҙәгенән Нәсим Усман.

Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы докладында һауаның бысраныуы күҙгә күренеп артыуы, халыҡтың һаулығына, йәшәү кимәле сифатына, иҡтисади хәленә йоғонто яһауы хаҡында әйтелә. Доклад метеорологтарҙың отчеттарына, спутниктарҙан алынған мәғлүмәттәргә, һауаны планетаның 3 мең урынынан һынауға алынған тикшереүҙәргә нигеҙләнгән.

Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы эксперттары шуны киҫәтә: һауаның сифаты насарайыуы тейешле ауырыуҙар тыуҙырасаҡ. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, һауаның бысраныуы менән бәйле проблемаларҙан йыл һайын 6,5 миллион кеше һәләк була.





Комментариев нет:

Отправить комментарий