среда, 28 сентября 2016 г.

Мысыр: карап һәләкәте ваҡытында ҡорбан булғандарҙың һаны 200-ҙән артып киткән.


Уҙған аҙнала Мысыр ярҙары янында батҡан кәмәне күтәреп, 33 кешенең кәүҙәһен алып сыҡҡандар. Катер һәләкәте ваҡытында вафат булғандарҙың һаны 200-ҙән артып киткән.

Судно бортында Сүриә, Судан, Сомали, Эритрея һәм Мысырҙан 400-ҙән алып 600-гә ҡәҙәр кеше булған. Иҫән ҡалғандар хәбәр итеүенсә, Италияға юл тотор өсөн, һәр әҙәм 2 000 доллар түләгән.

Власть башында торғандарҙы һәм президенттың үҙен һәммәһе тарафынан онотолған ярлылрға иғтибар итергә саҡырам. Донъя көтөүҙең ауырлығы, аҡса етмәү арҡаһында, улар хатта диңгеҙгә ташланырға әҙер,”-ти бында йәшәүсе балыҡсы Әхмәт Фәүзи.


Контрабандистар кәмәгә халыҡты артыҡ күп тейәгән, шуға күрә ул һыу төбөнә киткән. 164 кеше генә ҡотолоп ҡалған. Мәйеттәрҙе эҙләп, катерҙы һаман ентекләп тикшерәләр. Ҡотҡарыусылар, 100 самаһы кеше булырға тейешле һыуытҡысҡа барып етер өсөн, судно корпусын бысҡандар. 

Тәфтиш эше барышында шик аҫтындағы 20 кеше ҡулға алынған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий