четверг, 29 сентября 2016 г.

Афғанстан: АҠШ Хәрби һауа көстәренең һөжүме арҡаһында, тыныс халыҡ һәләк булған.


АҠШ Хәрби һауа көстәренең пилотһыҙ аппараты Афғанстандың Нангархар провинцияһына һөжүм яһаған, һөҙөмтәлә 18 кеше һәләк булған, араларында урындағы халыҡ та бар.

Бомба Пакистан менән сиктәш Ашин районындағы йортҡа төшкән.

Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, 3-13 ябай халыҡ үлгән, ҡалғандары ИДИЛ террористик ойошма боевиктары, һөжүм уларҙы юҡ итеү маҡсатында ойошторолған. Һуңғы бер нисә ай буйы АҠШ Ашинда хәрби хәрәкәттәр алып бара.

“Бомбаға тотоу төнгө 3-тә булды, мин йоҡлай инем һәм нимә булғанын да аңлай алманым, ҡаты шартлау ғына ишеттем,”-ти зыян күргән Хафизулла Хан.

Авиаһөжүм арҡаһында, Нангархар провинцияһының регион хәстәханаһына бик күп яралылар оҙатылған. Фажиғә урынына махсус делегация ебәрелгән.

АҠШ хәрбиҙәре бомбаға тотоу өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий