АҠШ-та “Терроризм спонсорҙары тураһындағы закон”дың
ҡабул ителеүе хаҡындағы хәбәр Сәғүд Ғәрәбстаны иҡтисадына кире йоғонто яһаны.
Риал курсы ( урындағы валюта) һуңғы бер нисә ай эсендәге иң түбән кимәлгә
төштө. Tadawul биржа индексы йыл башынан алып иң түбән кимәлгә етте. Обама
президент булған 8 йыл эсендә Конгресс тәүге тапҡыр 11 сентябрь терактына
ҡыҫылышы булған сит ил дәүләттәренә
дәғүә менән мөрәжәғәт итеүҙе рөхсәт итеүсе законға дәүләт башлығы индергән
ветоға ҡаршы сыҡты.
Вашингтондағы euronews хәбәрсеһе Штефан Гробе:
“Сәғүд Ғәрәбстаны, АҠШ-тың күптәнге союздашы, ҡаты
туҡмаҡ алды - был иһә Әр-Риядтың Вашингтонға йоғонтоһо ни ҡәҙәр кәмеүе хаҡында
һөйләй. Аналитиктар әйтеүенсә, хәлдәр ҡырҡа үҙгәрә. Сәғүдиҙәрҙең американлылар
менән дуҫлығы тамам”.
Комментариев нет:
Отправить комментарий