пятница, 30 сентября 2016 г.

Филиппин президенты наркомандарға Гитлер ваҡытындағы йәһүдтәрҙең яҙмышын вәғәҙә итә.


 Филиппин президенты Родриго Дуэрте наркомандарға Гитлер ваҡытындағы йәһүдтәрҙең яҙмышын вәғәҙә итә - был хаҡта ул тыуған ҡалаһы Даваолағы сығышында белдерҙе.

Наркотиктар менән аяуһыҙ көрәш – Дуэртенең һайлау алды вәғәҙәһе:

- Гитлер 3 миллион йәһүдте юҡ иткән. Ә бында 3 миллион наркоман. Мин уларҙы юҡ итеүемә шат ҡына буласаҡмын. Германияның Гитлеры бар ине. Филиппиндыҡы ла буласаҡ…Һеҙ беләһегеҙ, мин ул енәйәтселәрҙе юҡ итергә, илемде проблемаларҙан йолоп ҡалырға, киләһе быуындарҙы һәләкәттән алып ҡалырға теләйем.

Ошо йылдың майында власҡа килгәне бирле, Дуэрте наркотиктар менән сауҙа итеүселәргә һәм уларҙы ҡулланыусыларға ҡаршы яу асты.

Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, шул ваҡыт эсендә хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан 2-3 мең кеше үлтерелгән.

Филиппин оппозицияһы уны судһыҙ-ниһеҙ кешеләрҙе ҡырыу тип атай.

-Беҙ кешеләрҙең күҙен асырға, һәр әҙәм ғүмеренең мөһимлеген аңлатырға тырышабыҙ. 2 меңдән ашыу кеше судһыҙ һәләк ителде, асылда законһыҙлыҡ хөкөм һөрә,-ти акцияла ҡатнашыусы.

Бынан алда ла Родриго Дуэрте ғауғалы белдереүҙәре менән  сығыш яһағаны булды: ул АҠШ илсеһен, Америка президентын һәм Евроберләшмә вәкилдәрен мыҫҡыллап, уларға Филиппиндың эске эштәренә тығылмаҫҡа кәңәш бирҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий