Мексиканың көнбайышындағы Синалоа штатында, ҡурҡыныс
енәйәтсене алып китеп барған төрмә конвойына һөжүм һөҙөмтәһендә, 6 хәрби
хеҙмәткәр һәләк булған. Властар енәйәтсенең исемен әйтмәй, тик, моғайын, ул
һуңғы осорға ҡәҙәр “Эль-Чапо” ҡушаматлы Хоакин Гусман етәкселек иткән наркотик
һатыусылар кланына ҡарай. Хоакин Гусман үҙе 2016 йылдың майынан алып ҡаты
режимлы Сьюдад-Хуарес ҡалаһы төрмәһендә тотола.
Ҡеүәтле ҡорал арсеналына эйә булған һөжүм итеүселәр,
боҫҡон ҡороп, енәйәтсенең конвойына атҡандар – 4 хәрби шунда уҡ үлгән, икәүһе
хәстәханала вафат булған, йәнә 10 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Хәрбиҙәр
алып китеп барған тотҡондо енәйәтселәр урлап алып киткән.
Комментариев нет:
Отправить комментарий